Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Байрам менән, пионер дуҫтар!)
— Пионер һәр саҡ әҙерме
Булырға тырыш, уңған?
— Әҙер һәр саҡ пионерҙар —
Саҡырһын ғына Ватан!
— Әҙерҙәрме пионерҙар
Булырға гел ярҙамсыл?
— Бар эшкә лә беҙ әҙербеҙ!
Пионер булмай ваҡсыл!
— Әҙер микән пионерҙар
Булырға ысын кеше?
— Әҙербеҙ беҙ намыҫ менән
Атҡарырға ил эшен!
— Әҙер бул һин!
— Һәр саҡ әҙер!
-Тор һүҙеңдә һәр ваҡыт!
— Булһа ине ал галстуклы
Саҡтарға кире ҡайтып!….
Гөлдәриә Йосопова
vk.com/yusgg?w=wall63159734…
