Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙы –
Май ҡояшы күңелдә!
Күпме көс һалған илебеҙ
Иң-иң изге Еңеүгә!
Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙы –
Йәп-йәш кенә олатай
Европаны арҡыры-буй
Еңеүсе булып атлай!
Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙы –
Күҙ йәше аша байрам…
Ҡайта Еңеү һалдаттары
Дан менән изге яуҙан!
Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙы
Вариҫтарға бүләккә!
Күсер Еңеү тантанаһы
Йөрәктәрҙән-йөрәккә!
Гөлдәриә Йосопова
9.05.2025