Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Байрамға тип әней мейес аҡлай,
Түрҙә тиҫбе тарта өләсәй…
Бала саҡтың аҡ мейестәй ап-аҡ
Көнө күҙ алдынан һис китмәй.
Иҫтә өләсәйҙең Әрәпәлә
Теләй-теләй илгә бәрәкәт,
Әнейемде маҡтап өндәшкәне:
Һауап алдың балам, ҙур рәхмәт….
Әсәй менән өләсәйҙән ҡалды
Ҡаршы алыу изге байрамды
Ҡашағалы аҡ мейескә тиңләп,
Ялтыратып ҡуйып донъямды!…
Тирә-яғың таҙа булмай тороп,
Сиген(ә) алмаҫ күңел сүп-сары.
Тиҫбе тартҡан өләсәйем кеүек
Изге йәнле булыу уйҙарым…
Гөлдәриә Йосопова
30.03.2025
https://vk.com/yusgg?from=search&w=wall63159734_11122