Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Изге Ураҙа байрамын
Беләбеҙ бәләкәйҙән.
Яҡты ниәттәрен уның
Аңлатты өләсәйҙәр.
Гел иҫтә өләсәй менән
Таңдағы серле сәхәр.
Ашъяулыҡта тәмлекәстәр,
Һөтлө сәй, шаҡмаҡ шәкәр.
Кисен йыйылды инәйҙәр
Ауыҙ асырға бергә.
Ифтар мәжлесенең тәме
Тел осонда ғүмергә!
Уятты Ғәйет таңында
Усаҡта таба еҫе.
Ҡушып әсәйҙең ҡоймағын
Ғәйет сәйҙәре эстек…
Сығарам хәҙер үҙем дә
Таба еҫе Ғәйеттә.
Ҡабул булһын Ураҙалар,
Аҡланһындар өмөттәр!
Гөлдәриә Йосопова
https://vk.com/yusgg?w=wall63159734_11096