Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ ижады!
СЫТЫРМАНЫМ
Ауыл исемен йөрөткән
Бәләкәс кенә йылға,
Ҡап уртаға бүлеп уны,
Һыуы сылтырап аға.
Йылға буйлап теҙелешкән
Бәләкәс кенә өйҙәр.
Хәтер ептәрен теткеләп,
Төйнәлгән күпме йөйҙәр.
Ҡалды ғәмһеҙ бала сағым
Ошо йылға буйында.
Күпме ғүмер үтһә лә
Уйымда ул, уйымда.
Ҡыҙыл ғына балсығынан
Бала саҡ йылғаһының
Әүәләнек кемуҙарҙан
Күпме уйынсыҡ һынын.
Серенада кеүек ине
Сиңерткә сырылдауы.
Йылға исеме Сытырман,
Шул уҡ исемле ауыл…
Бәләкәс кенә булһа ла
Ҡоя ул Ашҡаҙарға.
Быуаттар шаһиты булып,
Аға ла йылға аға…
Гөлдәриә Йосопова,
28.02.2025
https://vk.com/yusgg?w=wall63159734_10930