Бала-Сытырман ауылы моделле китапханаһы
logo
Бала-Четырманская сельская модельная библиотека
Тел. 8-917-790-02-15, e-mail: f4_fedmcb@mail.ru

Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.

💥Поэтическая минутка. ✨Гульдария Юсупова.

Атайҙың тыуған йортона
Әрменән яҙған хатын
Өләсәй ҡәҙерләп тотҡан
Һандыҡ төбөнән таптым.

Күндергән ул һәр хатында
Алыҫтан ҡайнар сәләм.
Күрше-күлән, туғандарҙың –
Барының хәлен белгән.

Яҙған атайым хаттарын
Саф башҡортса, тәфсилләп.
Иң-иң мөҡәддәс бурысын
Үтәгәнен сит илдә.

Ул илгә совет һалдаты
Еңеүсе булып ингән.
Тыныс тлрмошта Берлинды
Вариҫтар барып күргән.

Күргән атай Берлиндағы
Иҫтәлекле ерҙәрҙе.
Күргән сын алтын һарайҙың
Үткәнен дәүерҙәрҙе.

Яҙған атай һоҡланыуын,
Таң ҡалыуын сит ергә.
Тик һуңында хатының
Тағы сәләм күндергән::

Туғанына, яҡынына ,
Күрше-күләндәренә.
Аунап үҫкән сәхрәләргә,
Бәпкә үләндәренә.

Ашҡынып ҡайтҡан әрменән
Тыуған яҡҡа атайым.
Бик һағынғанын илкәйен
Хаттарынан аңлайым…

Гөлдәриә Йосопова
23.02.2025
vk.com/yusgg?w=wall63159734…