Поэтическая минутка! Гульдария Юсупова!
Поэтическая минутка! Гульдария Юсупова!
Әсәйҙәр көнө менән, дуҫтарым!
С Днем матери, друзья! Мои стихи о маме вашему вниманию.
Ты жива еще, моя старушка?
(С. Есенин)
Иҫән-һаумы, һин әнейем?
– Һау ғынамын балаҡай…
Етәрлекме сәй-шәкәрең?
– Өҫтәлемдә бал да май!
Ашатҡанда иртән ҡош-ҡорт
Һыҙлаймы аяҡтарың?
-Хәрәкәттә бәрәкәт бит,
Кәрәкмәй әле дарыу.
Бошона микән күңелең
Иҫкәндә әсе елдәр?
– Улар бит һинән балаҡай
Еткерә изге хәбәр.
Өшөмәйһеңме әнейем
Ҡышҡы ыжғыр буранда?
– Йөрәк өшөмәһә мәгәр,
Йылынырға юрған бар.
Бәйләгәндә ойоҡбаштар
Талмаймы һуң күҙҙәрең?
– Һөйөнһөн тип ейәндәрем
Тигеҙ теҙәм күҙҙәрен!
Әйт улайһа, нисек шулай
Ҡартайтмаҫҡа күңелде?
-Йәшәһәң һөйөп тормошто,
Һөйөр тормош үҙеңде!
****
Иң беренсе иртән юллай сәләм,
Йылы һүҙе йәмләй донъяны.
Әнейемдең ихлас сәләмдәре
Миңә яҡты нурҙар ҡойғаны.
Юҡҡа ғынамы ни ожмах түре
Әсәләрҙең аяҡ аҫтында!
Әсәй эргәһендә ышыҡ һәр саҡ
Ҡосағында уның наҙ ғына!
Әсәй сәләмдәре доға кеүек,
Һәр бер һүҙе уның фәтиха!
Кәңәштәре эйә сихри көскә,
Түгел ябай өгөт-нәсихәт.
Абынырға бирмәй ауыр саҡта
Әсәй биргән тормош аҡылы!
Мин һаман да әле әнейемдең
Иркәләнеп туймаҫ бер ҡыҙы…
****
Не повела дорога к дому
Где мама милая ждала!
Она дитя по телефону
Во сне и наяву звала.
Она ждала глаз не смыкая,
Не запирая на ночь дверь!
И пела птичка не смолкая –
Ты только жди, ты только верь…
А в сердце матери селилась
Необъяснимая печаль.
И об одном она молилась –
Чтоб там душа нашла причал,
Где сердце радость наполняет
Где детский крик как гимн звучит
Где счастье также, как и прежде
Без устали в окно стучит…
#деньматери #әсәкөнө #гульдарияюсупова