Поэтическая минутка. Гульдария Юсупова.
Поэтическая минутка.
Гульдария Юсупова.
Тыуған көнөң менән, Республикам!
Башҡортостан күңел түремдә
Атай ҙа һин миңә, әсәй ҙә һин,
Башҡортостан – тыуған еркәйем!
Ҡараш ташлап ғорур тауҙарыңа,
Һине данлар һүҙҙәр эҙләйем!
Данлай һине күркәм тәбиғәтең
Сыҡҡан саҡта ҡояш ҡыҙарып!
Сафлыҡ бөрккән мәлдә тирә-яҡҡа
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары.
Уралтауҙы болоттарға солғап
Көй һуҙғанда моңло ҡурайың,
Башҡортостанғынам, мең-мең ҡабат
Мин һоҡланып һиңә туймайым!
Яратҡан бит ошо изге ерҙә
Тәңре үҙе ғәзиз халҡымды!
Башҡортостан, күңелемдә мәңге
Һүнмәҫ ҡояш булып балҡырһың!
Гөлдәриә Йосопова
https://vk.com/yusgg?w=wall63159734_10292