Бала-Сытырман ауылы моделле китапханаһы
logo
Бала-Четырманская сельская модельная библиотека
Тел. 8-917-790-02-15, e-mail: f4_fedmcb@mail.ru

Поэтческая минутка! Гульдария Юсупова.

📚Поэтческая минутка!🌼🌼🌼

Гульдария Юсупова.

Ромашканан таждар үргем килә,
Бала саҡтағылай ҡыуанып.
Һулап туйғансы ғәзиз еремдең
Сафлыҡ бөркөп торған һауаһын.

Эскем килә сылтыр шишмәләрҙең
Теш сатнатыр һалҡын һыуҙарын!
Сәләмләгем килә ҡолас йәйеп
Гөл-сәскәле тыуған ҡырҙарҙы!

Сәскәлекәй йәйҙе күңелемдә
Мәңгелеккә килә ҡалдырғым –
Наҙланғанын хәтфә аҡландарҙың
Шифаһына йылы ямғырҙың!

Ҡабатлана икән, ҡабатлана
Ғүмерҙәрҙең күркәм мәлдәре.
Күҙҙең яуын ала аҡ ромашка –
Бала саҡтың ябай сәскәһе!
Гөлдәриә Йосопова
#гульдарияюсупова
https://vk.com/yusgg?w=wall63159734_9929